Баш ҡаланың «Родина» кинотеатры алдында яҡынлашып килгән Әсәләр көнөнә күләмле флешмоб үтте

Сарала Өфөнөң төрлө ойошма-предприятие ағзалары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, тотош ғаиләләре менән ҡатнашты. Әсәләргә рәхмәт белдереү сараһы кинотеатрҙа балаларға һәм әсәләргә махсус ойошторолған викторина уйындары, оҫталыҡ дәрестәре менән дауам итте. Байрам тамашаһы күмәкләп фильм ҡарау менән тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Әсәләр көнө йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә.