Өфөлә бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты асыла

Турнир Көрәш һарайында ойошторолған. Финал осрашыуҙары 4 декабргә тәғәйенләнгән. Спорт сараһына донъя чемпиондары, Олимпия уйындары призерҙары һәм еңеүселәре саҡырылған. Улар медицина үҙәктәрендә һәм госпиталдәрҙә кескәй пациенттар менән осраша. Спорт йондоҙҙары оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, тәжрибәләре менән уртаҡлаша, автограф алырға була. Чемпионат 6 декабргә тиклем дауам итә. Унда ил төбәктәренән 180  спортсы ҡатнаша.