Республикала милли проект буйынса 200 километрҙан ашыу юл ремонтлана

  Бөгөнгә  125 километрҙа  эштәр теүәлләнгән,  план йыл аҙағына  тиклем үтәлергә  тейеш.  Транспорт һәм юл  хужалығы  министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Тормош өсөн инфраструктура" милли  проекты  буйынса  төп иғтибар  район үҙәктәрен Өфө менән тоташтырған, туристик  объекттарға, ҙур предприятиеларға  илткән юлдарға  иғтибар бирелә.  Республикала  юлдар селтәре  3 мең 200 километрға  яҡын. 2030 йылға  уның  83 процентын тәртипкә  килтереү маҡсаты  ҡуйылған.