Әсәйҙәргә үҙ ҡулдарың менән эшләгән бүләк. Башҡортостандың бер төркөм ир-егеттәре улдары менән яңы һөнәр үҙләштерҙе. Мосафир оҫтаханаһында күндән бүләк әҙерләү акцияһы уҙҙы. Коллегабыҙ Наил Юнысов әҙерләгән материал.
Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған сарала 16 кешегә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Һәр атай улы менән хәләл ефете һәм әсәйҙәренә үҙенсәлекле бүләк әҙерләү өсөн тырышлыҡ һалды.
Акцияла ҡатнашыу бушлай, бар материалдар ойоштороусылар тарафынан тәҡдим ителде. Эш процессы йылы мөхиттә, оҫталар күҙәтеүе аҫтында барҙы.
Бындай акциялар Атайҙарҙың абруйын арттырыу, атай һәм ул араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Атаһынан күргән-уҡ юнған, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Үҙ ҡулың менән эшләгән бүләк үтә лә ҡәҙерле. Әсәйҙәр өсөн бүләктәр әҙер.
Акцияла ҡатнашыусылар эш һуңында тәмле сәй табыны артында төрлө темаларға фекер алышты.
Наил Юнысов