Өфөлә «Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестиваль-конкурсының һайлап алыу этабы үтте

Унда 50-гә яҡын бейеү коллективы, 100-гә яҡын вокаль ансамбль һәм солист ҡатнашты. Үҙҙәренең сағыу номерҙарын башҡа төбәк вәкилдәре лә күрһәтте. «Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестиваль-конкурсының яңы биттәрен яҙасаҡ йәш һәләттәрҙең күрһәтмә сығыштарына БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды.

Абруйлы халыҡ-ара конкурста жюри алдына сығыш яһарҙан элек «Тархан» ансамбле коллективы бейеүҙе тағы ла бер тапҡыр ҡабатлай. Ҙур сәхнәгә сығыр алдынан хәрәкәттәрҙе шымартыу йәш һәләттәргә ышаныс һәм дәрт-дарман өҫтәй.

Ҡамсы шартлауы ла казактар сығышында көслө яңғырарға тейеш. Тап ҡамсы шартлауы Туймазынан «Тархан» ансамбле башҡарған казак бейеүенең финалын билдәләй. Бергә һәм етеҙ хәрәкәттәр уңышҡа килтереүсе тәүге аҙым. Етәкселәре лә йәш бейеүселәргә ҙур өмөттәр бағлай.

Зубов ауылының «Соцветие» ансамблендә кесе төркөмдәге балалар сығыш яһаны Улар жюриға «Башҡорт балын» ауыҙ иттерҙе. Ата-әсәләр ҙә балаларының һайлап алыу турында уңышлы сығыш яһап, Сочи ҡалаһына финалға үтеүҙәрен теләй.

Өфөләге Фәйзи Ғәскәров исемедәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәхнәһендә «Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестиваленә һайлап алыу майҙансығында иң көслө коллективтар сығыш яһаны. Жюри 50-гә яҡын бейеү коллективын һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙы баһаланы. Сәхнәлә конкурсанттар халыҡ һәм стилләштерелгән бейеүҙәрҙе, шулай уҡ заманса хореографик композицияларҙы башҡарҙы.

Әйткәндәй, Өфөлә һайлап алыу этабында бейеү коллективтарынан тыш, вокалсылар, хор коллективтары, музыканттар ҙа сығыш яһаны. Бынан тыш нәфис һүҙ оҫталары ла телгә маһирлығын күрһәтте.Улар барыһы ла Финалға сығыу һәм Мәскәүҙә гала-концертта ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн көрәште.

«Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестивале йәштәргә артабан үҫеү өсөн мөһим баҫҡыс булып тора. Ул сәхнә оҫталарынан дәрестәр, Рәсәй һәм донья күләмендәге йондоҙҙар менән бер сәхнәлә сығыш яһау мөкинлеге лә. Малай-ҡыҙҙар илһамлы ижадҡа яңынан-яңы һөнәри үрҙәр яулай һәм һәүәҫкәрҙәрҙән юғары профессионалдар кимәленә күтәрелә ала.

Александр Хорунжий, жюри ағзаһы, «Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестиваль-конкурсы гала-концерты режиссеры

Быйыл һайлап алыу этаптары Рәсәйҙән тыш, башҡа илдәрҙә лә үтә. Һөҙөмтәлә яҡшыларҙың да яҡшылары киләһе йыл көҙ күләмле ижади постановкала ҡатнашасаҡ. Әйткәндәй, проект өс тапҡыр илдең рекордтар китабына индерелгән.

Был юлы ла ойоштороусылар бәйгенең кимәлен бер-нисә баҫҡысҡа юғары күтәрергә ниәтләй.

Гүзәл Борханова