Башҡортостан Милли спорт премияһында «Иң яҡшы төбәк» номинацияһын яуланы

Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип танылды. Мәскәүҙә физик культура һәм спорт өлкәһендәге иң абруйлы наградаларҙың береһе-Милли спорт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был дөйөм көс менән яуланған ҙур еңеү. Физик культура һәм спорт өлкәһендәге абруйлы награда Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 2010 йылда булдырылғайны, Башҡортостан Милли премияның был номинацияһында икенсегә билдәләнде. Спорттағы ҡаҙаныштар тураһында коллегам Илдар Байбулатов.

Еңеүсе статуэткаһын республика башлығы Радий Хәбиров илдең спорт министры Михаил Дегтярев ҡулынан алды. «Спортты үҫтереүгә өлөш индергән иң яҡшы төбәк» номинацияһында күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырған субъекттар бүләкләнә. Төбәктә уҙғарылған ярыштар, ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр һаны, финанслау күләме баһалана. Барлыҡ проекттар ҙа көнүҙәк, социаль әһәмиәтле һәм инновациялы булырға тейеш.

Быйыл милли спорт премияһы ун алтынсы тапҡыр үткәрелде. Ошо ваҡыт эсендә ул Рәсәй спортында төп дәүләт наградаһы, тармаҡты үҫтереү өсөн йүнәлеш статусын һаҡлап ҡала. Спорт министры Михаил Дегтярев билдәләүенсә, номинанттар-иң яҡшылары-юғары стандарттар ҡуя һәм киләсәк быуындар өсөн өлгө булып хеҙмәт итә. Милли премия һөҙөмтәләре буйынса башҡа категорияларҙа Башҡортостандың адаптив спорт үҙәге менән фехтование буйынса олимпия резервы мәктәбе лә номинанттар иҫәбендә булды.

Республика спорт объекттары төҙөлөшө темптары һәм иҫәбе буйынса ла ил кимәлендә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Өфө юбилейына төҙөлгән Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишеү слаломы комплексын ғына алайыҡ, бөгөн улар тулы ҡеүәттә эшләй. Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар ҡабул иткән яңы объекттар менән тотош ил ғорурлана. Йыл һайын Башҡортостанда 800 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында 15 мең ярым самаһы спорт сараһы үтә. Былтыр Өфөлә уҙған «Рәсәй спорт державаһы» халыҡ-ара форумы йылдың төп ваҡиғаһы булды.

Башҡортостанда адаптив физик культура һәм спорт менән даими рәүештә 47 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә, был ошо категория халҡының 28,9 процентын тәшкил итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренең социаль яраҡлашыуы өсөн шарттар булдырыу маҡсатында «Батырлыҡ» проекты тормошҡа ашырыла, унда 2 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Яугирҙар һәм ветерандар иҫәбенән спорт ярыштарында ҡатнашыуға команда ла тупланған.

Милли спорт премияһының «Иң яҡшы төбәк» номинацияһында еңеү яулау-республикала алып барылған социаль йүнәлешле спорт сәйәсәтенә юғары баһа. Заманса инфраструктура булдырыу, халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, спорт резервын, чемпиондар әҙерләү буйынса системалы эш алып барыла. Ә иң мөһиме-берҙәм көс менән яңы еңеүҙәргә юл асыла.

Илдар Байбулатов