Башҡортостандың төп финанс документы ҡабул ителде

Республиканың төп финанс документы йәнә социаль йүнәлешле булып ҡала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Бюджетты планлаштырғанда нигеҙ булараҡ республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы фараздар алынған. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, мөһим тармаҡтарҙы финанслау балансы һаҡланған. Киләһе йыл бюджеттан нисек буласаҡ? Яуап киләһе материалда.

Киләһе өс йылда төп күрһәткестәр буйынса тотороҡло үҫеш һаҡланасаҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәрен барлауҙан башланды. Төп финанс документҡа килгәндә, 2026 йылда бюджеттың килемдәр өлөшө яҡынса 314 миллиард һум тәшкил итһә, сығымдар-336 миллиард һумдан ашыу булыр тип күҙаллана. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, бюджет социаль йүнәлешле. Барлыҡ йөкләмәләр үтәләсәк.

Белгестәр билдәләүенсә, республиканың финанс сәйәсәте баланста ҡала. Ҡаҙнаның килем өлөшө һалым керемдәре, акциздар ярҙамында ла тулыланасаҡ. Шулай уҡ федераль үҙәктән яҡынса 75 миллиард һумлыҡ ярҙам көтөлә. Республика үҫешендә милли проекттар ҙа ҙур роль уйнай.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары билдәләүенсә, төбәктең финанс министрлығы бюджетты формалаштырыуға бик етди, шул уҡ ваҡытта һаҡсыл ҡараған. Ҡатмарлы иҡтисади шарттар иҫәпкә алынған. Дефицитҡа килгәндә, ул Рәсәй бюджет кодексы параметрҙарына тура килә. Күҙалланған бурыс йөкләмәһе хәүефһеҙ тип баһалана.

Белгестәр билдәләүенсә, дефицитлы бюджет иҡтисади процестарҙы әүҙемләштереүгә, һөҙөмтәлерәк эшләргә этәргес булып тора. Социаль һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырғанда һәр һум өҫтөнлөклө бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелергә тейеш.

Башҡортостанда тотороҡло иҡтисади үҫеште тәьмин итеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Сәнәғәт производствоһы өсөн инфраструктура булдырыла, инвестициялар күләме арта, шул уҡ ауыл хужалығы һәм торлаҡ төҙөлөшөндә лә уңыштарға ирешелгән. Йәшәү сифатын күтәреүгә лә юғары иғтибар бүленә. Белгестәр киләсәктә бюджеттағы килем менән сығымдарҙың тигеҙләнеүенә ышана. Ҡануни проектҡа килгәндә, ул декабрҙә ҡабул ителә.

Әлфинә Килдейәрова