Дәүләт Думаһы комитеты Башҡортостандың социаль практикаларын юғары баһаланы

Республикала граждандар йәмғиәте көслө, социаль йүнәлештәге уңышлы тәжрибәләрҙе Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу мөһим. Был турала Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Дәүләт думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Яна Лантратова билдәләне. Башҡортостанға эш сәфәре барышында депутаттар Өфө хосписы, Көрәш һарайы, вуз-ара студенттар кампусы эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ комитеттың күсмә ултырышында төбәктә тормошҡа ашырылған иң яҡшы практикалар һәм ҡануни башланғыстар өйрәнелде.

Пациенттар уңайлығы өсөн өйҙәге кеүек шарттар булдырылған: тәмле аш-һыу, йылы мөнәсәбәт. Өфө хосписында паллиатив ярҙамға мохтаж балалар һәм өлкәндәргә күп яҡлы ярҙам күрһәтелә, күсмә бригадалар патронаж хеҙмәте, мәғариф үҙәктәре лә эшләй. Ауыр хәлдә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр кем йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыға.

Өфө хосписында мине бик йылы ҡаршы алдылар. Бында мин 21-cе көн ятам, тейешле дауалау курсы алдым. Учреждение эшмәкәрлеге бик яҡшы ойошторолған, барлыҡ коллективҡа рәхмәтлемен.

Алевтина Краснова

Дәүләт думаһы депутаттары Өфө хосписы эшмәкәрлеге менән танышып, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәр менән аралашты. Учреждение асылғандан алып унда мең ярымдан ашыу өлкән кешегә һәм 250 балаға ярҙам күрһәтелгән. Медицина белгестәренән тыш, бында ирекмәндәр төркөмө лә эшләй. Сара барышында паллиатив ярҙам күрһәтеү буйынса уңышлы практиканы башҡа төбәктәргә тәҡдим итеү мөһимлеге билдәләнде.

Ил кимәлендә Өфө хосписына оҡшаш бер ниндәй объект та юҡ. Уңышлы тәжрибәне Рәсәй буйынса таратырға кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау, коммерция булмаған ойошмалар һәм социаль яҡлау өсөн яуаплы комитеттар-барыбыҙ ҙа бергә йыйылып, был турала фекер алышасаҡбыҙ. Сараға изге эштең башланғысында булған Каринэ Хәбированы ла саҡырырға теләйбеҙ.

Яна Лантратова, Дәүләт Думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе

Дәүләт Думаһы депутаттары Көрәш һарайы, Вуз-ара кампуста ла булды. Шулай уҡ ҡунаҡтар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашып, социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса фекер алышты. Төбәк етәксеһе республикала гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса системалы эш алып барылыуын билдәләне. Социаль проекттарға грант ярҙамы ла ҡаралған.

Башҡортостан коммерция булмаған ойошмалар иҫәбе буйынса-Волга буйы федераль округында алдынғы төбәктәр иҫәбендә. 2016 йылдан алып йәмәғәт палатаһы аппараты ҡарамағында Ресурс үҙәк тә эшләй. Һуңғы ун йылдағы мәғлүмәти-методик эш һөҙөмтәһендә төбәктең меңгә яҡын проекты Президент гранттары фондынан дөйөм алғанда 1 млрд 300 миллион һумдан ашыу ярҙам алған. Шул уҡ ваҡытта тап беҙҙең республикала тәүгеләрҙән булып коммерция булмаған ойошмалар тарафынан өй шарттарында социаль хеҙмәтләндереү индерелгәйне.

Дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты күсмә кәңәшмәһенең дә тап Башҡортостанда ойошторолоуы осраҡлы түгел. Республиканың дәүләт һәм граждандыҡ йәмғиәте бәйләнеше буйынса башҡа төбәктәргә өлгө булырҙай уңышлы тәжрибәһе бар. Сара сиктәрендә тармаҡты үҫтереүҙә иң яҡшы практикалар һәм инновация алымдары буйынса фекер алышыу уҙғарылды.

Социаль йүнәлештә эшләүселәрҙең иң яҡшылары Дәүләт думаһының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Комитет етәкселеге Башҡортостанға эш сәфәре һөҙөмтәләре буйынса яңы ҡануни башланғыстар менән сығырға иҫәп тота. Тәүмаҡсат-коммерция булмаған ойошмалар үҫешенә яңы мөмкинлектәр асыу. Бөгөн тап уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте менән күп төрлө илһөйәрлек саралары ла үтә, махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам күрһәтелә.

Фидан Монасипов