Вице-премьер-Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүнсә, беҙҙең республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүсе шифаханалар һаны буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә. - Һәр кеше өсөн реабилитация программаһы шәхсән әҙерләнә. Табип тикшереүе, сәләмәтлек күрһәткестәре иҫәпкә алына, - тине ул. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе "Янғантау", "Ассы", "Танып", "Красноусол", "Яҡтыкүл" шифаханаларын һайлаған.