Республика парламентында федераль программа буйынса фекер алыштылар. Башҡортостанда 340 мең ошондай карта бирелгән. Был Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала өсөнсө күрһәткес. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, карталар буйынса аҡсаның өстән бер өлөшө генә тотонола. Һөҙөмтәлә, республика мәҙәниәт өлкәһенә йүнәлтелергә тейешле миллиард һумдан ашыу аҡсаны алып еткермәй. Эксперттар йәштәргә карта тураһында мәғлүмәттәр биреү эшен әүҙемләштерергә, каникулдар ваҡытында саралар һанын арттырырға тәҡдим итте. Пушкин картаһы 14 йәштән 22 йәшкә тиклемгеләргә бирелә. Һәр картала биш мең һум бар. Уны театр, музей, экскурсия, күргәҙмәләр ҡарау, лекция һәм белем алыу курстары өсөн тотонорға мөмкин.