«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы йыл йомғаҡтарын барланы. Канал хеҙмәткәрҙәре йыл йырсыһы, шағиры, халыҡ башҡарыусыһы кеүек төрлө номинация еңеүселәрен билдәләне. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында аншлаг менән үткән тамаша беренсе тапҡыр күсмә студияла эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йылдың көтөп алынған төп музыкаль ваҡиғаһы. «Юлдаш»тар йәнә яратҡан тыңлаусыларын бер майҙанға йыйҙы. 25 йыллыҡ юбилейын билдәләгән коллектив өсөн быйылғы «Юлдаш-хит» бар яҡлап та үҙенсәлекле булды. Хатта, тамаша барышында тәүге тапҡыр күсмә студия эшләне. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында барған тамаша өс сәғәт дауамында тура эфирҙа яҡтыртылды.
Концерт программаһы тамашасы күҙлегенән сығып төҙөлгән, тиһәң бер ҙә хата булмаҫ. Йырҙарҙы радио тыңлаусылары үҙҙәре һайлаған. Улар йыл дауамында «Юлдаш» эфирында даими яңғырап торҙо.
Радио хеҙмәткәрҙәренең «Юлдаш-хит»та йыл уңыштарын барлау ҙа күркәм йолаларҙың береһе. «Юлдаш» радиоһының халыҡ артисы исеменә мәҫәлән, Гөлдәр Ишҡыуатова лайыҡ булһа, йыл композиторы номинацияһы Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Муса Смаковҡа тапшырылды. Әйткәндәй, тамаша телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. Уны тамашасылар 14 декабрҙә республиканың төп телеканалында ҡарай ала. Шулай уҡ «Юлдаш хит» Яңы йыл каникулында ла эфирға сығыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин