Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, кисә республиканың бала табыу йорттарында 22 малай һәм 21 ҡыҙ тыуған. Ведомство етәксеһе бәхетле ғаиләләрҙе балалар тыуыуы менән ҡотланы.