Бушлай әмәлиәт үткәреү башланғысы менән "Эндомед" клиникаһы баш табибы Ләйсән Изотова сығыш яһаған. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина беҙгә ошо турала хәбәр итте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПластик операция Стәрлетамаҡтан Вячеслав Андреевҡа эшләнгән. Ул Ҡораллы көстәргә өлөшләтә мобилизация барышында саҡырылған. Донецк йүнәлешендә артиллерияла хеҙмәт иткән. Бер йылдан һуң Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Былтыр май айында ҡаты яраланған. Госпиталдәрҙә дауаланған, бер нисә операция үткәргән. Әммә битендә тәрән йөйҙәр ҡалған. “Был операциянан һуң һауығып, аяҡҡа баҫырға һәм эшкә урынлашырға теләйем. Һөнәрем буйынса мин инженер-энергетик. Ғилә ҡороп, балалар үҫетерергә хыялланам. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды һәм табиптар миңә өмөт бирҙе. Координаторҙар беҙҙе һәр саҡ хәстәрләп тора”, - тип белдерҙе 33 йәшлек Вячеслав Андреев.