Башҡортостанда 400-гә яҡын яугирға психологик ярҙам күрһәтелгән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына реабилитация системаһы булдырылған. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә,  быйыл 2 мең ярымдан ашыу кеше медицина ярҙамы алған. Яугирҙарҙы дарыу менән тәьмин  итеү буйынса мониторинг алып барыла.   Республика психотерапия үҙәгендә стационар ярҙам программаһы эшләй.  Ул  30 көнгә иҫәпләнгән.