Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү артыуы теркәлгән

Һуңғы 5 йыл менән сағыштырғанда 72 процент үҫеш теркәлгән. Был турала “Беҙҙең бренд” халыҡ-ара фестивалендә белдерелде. Вице-премьер- ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республика төп аҙыҡ-түлек менән үҙен тулыһынса тәьмин итә. Үҫемлек майы ихтыяждан – 17,   ит продукцияһы  ике ярым тапҡырға күберәк етештерелә.