Рәсәйҙең төп яңы йыл шыршыһы Кремлгә 10 декабрҙә килтерелә

Был турала федераль мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итә. Шыршы Мәскәү өлкәһендә үҫкән. Уның бейеклеге 26 метр. Ағасты махсус автопоезд менән алып киләсәктәр. Өфөлә иһә төп шыршылар Салауат Юлаев һәм Ленин исемендәге майҙандарҙа урынлаштырыла.