Башҡортостандың инвесторҙар менән эш алып барыу тәжрибәһен Алтай крайы өйрәнә

Был төбәк делегацияһы  Өфөлә булды. Иҡтисади үҫеш һәм инвесиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов белдереүенсә, Башҡортостанда һөҙөмтәле система булдырылған. 6 йылда йыллыҡ инвестиция  күләме  3 тапҡырға артҡан. Инвесторҙар менән тығыҙ эш алып барыла. Республика  Башлығы етәкселегендә "Инвестиция  сәғәте" кәңәшмәләре уҙғарыла, шулай уҡ эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар ойошторола. Алтай крайы  делегаттары  шулай  уҡ  халыҡ-ара  проекттарҙы  ғәмәлгә  ашырыу  тәжрибәһе  менән танышты.