Алексей Горбачев "Йәштәр лидеры" номинацияһында еңеүгә дәғүә итә. Краснокама районында йәштәр өсөн төрлө шарттар булдырыла. Йыл һайын район хакимиәте башлығы гранты тапшырыла. Николо-Березовка ауылында Йәштәр һарайы капиталь төҙөкләндерелгән һәм заманса йыһазландырылған. Ауылды төҙөкләндереү буйынса проект әҙерләнгән, тип хәбәр итәләр Республика Йәштәр сәйәсәте министрлығынан. Номинанттар өсөн тауыш биреү 19 декабргә тиклем дауам итә.