Был турала Баш архитектура идаралығынан хәбәр итәләр. 19 гектар биләмәлә комплекслы төҙөлөш планлаштырыла. Әле бында гараждар, шәхси биналар урынлашҡан. Күп функциялы мәғариф үҙәгендә 800 урынлыҡ мәктәп һәм 200 балаға иҫәпләнгән баҡса, шулай уҡ поликлиника була. Бынан тыш биләмәлә мәсет һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөү ҡарала.