Башҡортостандың сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ябай булмаған осорҙа ла предприятиелар яңы производстволар төҙөүен дауам итә, эшмәкәрлеккә инновациялар индерелә, инвестициялар йәлеп ителә, энергия системаһы ҡеүәттәре арттырыла. Төбәктә алып барылған сәнәғәт сәйәсәте лә ил кимәлендә иң уңышлыларҙың береһе һанала. Һөнәри байрамдарын билдәләгән тармаҡ алдынғыларының фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында киләһе сюжетта.
Пилотһыҙ авиацияны үҫтереү булһынмы, сәнәғәт инфраструктураһын нығытыумы-Башҡортостан ил кимәлендә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Предприятиелар дәүләт оборона заказын үтәүгә лә яуаплы ҡарай, махсус хәрби операция биләмәһенә ярҙам күрһәтелә. Республика башлығы Радий Хәбиров тармаҡтағы ҡаҙаныштар менән таныштырып, Колонна залында йыйылған хеҙмәт алдынғыларын һөнәри байрамдары менән тәбрикләне.
Радий Хәбиров Туймазылағы предприятиела 45-cе йыл токарь булып эшләгән Миңлефәйрүзә Ғафарованы айырым билдәләп үтте. «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән замандашыбыҙ етештергән продукция техник күҙәтеүгә тәҡдим ителмәй ҙә сифат контролен уңышлы үтә-ышаныс һәм юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәткесе.
Инженер, энергетик, шахтер, иретеп-йәбештереүсе, тегенселәр-Колонна залында төбәктең сәнәғәт предприятиеларында эшләгән төрлө һөнәр эйәләре. Бөгөн улар оҙайлы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн Почет грамоталары менән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Машиналар төҙөү тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары ла тантаналы сарла ҡатнашып, республика башлығы ҡулынан юғары дәүләт наградаһы алды.
Башҡортостан предприятиелары ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа ла етештереү ҡеүәттәрен арттыра, заманса эш алымдарын үҙләштерә. Дәүләт оборона заказы үтәлешенә лә яуаплы ҡарай.
«Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә 19 мәғәриф-производство кластерында алдынғы предприятиелар өсөн эшсе кадрҙар әҙерләнә. Был күрһәткес буйынса ла-Башҡортостан ил кимәлендә иң яҡшылар иҫәбендә. Маҡсатлы уҡытыуға баҫым яһала, эшсе һөнәр үҙләштерергә теләүселәр ҙә арта. Ә иң мөһиме-диплом алған белгестәр лайыҡлы хеҙмәт урыны менән тәьмин ителә. Республика сәнәғәте киләсәге лә-тап тырыш йәштәр ҡулында
Гөлназ Хәйбуллина