Юбилей датаһы беренсе курс курсанттарының ант биреү тантанаһы менән тура килде. 170 егет-ҡыҙға студент таныҡлығы ла тапшырылды. Ошо йылдар эсендә уҡыу йорто судно йөрөтөүсе, судно һәм электр механигы, транспорт менән идара итеүсе һәм пассажирҙарҙы ташыу эшен ойоштороусы кеүек 8 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалын тамамлаусылар Рәсәйҙең төрлө йылға-диңгеҙҙәрендә хеҙмәт итә.
Юбилей сараһы «Торатау» конгресс-холында дауам итте. Концерт номерҙары менән бер рәттән, Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы хеҙмәткәрҙәре төрлө наградалар менән бүләкләнде. Йылға флоты иҡтисадты һәм эске туризмды үҫтереү йәһәтенән Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Былтыр суднолар һәм караптар ярҙамында ике миллион тоннанан ашыу йөк һәм өс йөҙ меңдән ашыу пассажир ташылған