Өфө районында баланың ғүмерен ҡыйған водителгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Үлемесле авария өсөн мәжбүри эш. Өфө районында баланың ғүмерен ҡыйған водителгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Юл фажиғәһе быйыл майҙа Шамонин ауылында теркәлде. «Киа Спектра» автомобиле хужаһы юғары тиҙлектә 11 йәшлек велосипедсыны бәрҙерә. Баймаҡ районынан туғандарына ҡунаҡҡа килгән малай авария урында һәләк була. Водитель судта ғына баланың яҡындарынан ғәфү үтенә һәм бер миллион һум компенсация түләй. Һөҙөмтәлә суд уға эш хаҡының 10 процентын тотоп мәжбүри эштәр тәғәйенләй һәм машинаны кире ҡайтара.