Иҫке Тумбағош мәктәбендә махсус хәрби операция яугирҙарына Хәтер музейы асылды

Шаран районы Иҫке Тумбағош ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә Хәтер музейы асылды. Хәрбиҙәрҙең исемен мәңгеләштереү башланғысы менән оло юғалтыу кисергән ата-әсәләр исеменән уҡытыусы Виталий Сәйетов сыҡҡан. Үҙенең дә улы Артур алғы һыҙыҡта һәләк булған, бөгөн батыр иҫтәлегенә Герой партаһы булдырылған, мини-футбол буйынса турнирҙар уҙғарыла. Музейға килгәндә, унда яҡташ яугирҙар тураһында мәғлүмәт йыйылған, шәхси әйберҙәре, наградалары, фотоһүрәттәре ҡуйылған. Махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтылған хәрби ҡоралдар менән дә танышырға мөмкин. Тарихи дөрөҫлөк һаҡланған үҙәккә башҡа мәктәптәрҙән дә уҡыусыларға экскурсиялар уҙғарыу ҡарары ҡабул ителде.

Өс йыл дауамында эҙләнеү эштәре алып барылды, Хәтер музейы өсөн тарихи документтар, хаттар, төрлө экспонаттар йыйылды. Был эштәр менән беҙ республика, ил кимәлендә лә сығыш яһаныҡ. Ваҡыт тиҙ үтә, шуға күрә тарихи дөрөҫлөктө һаҡларға, киләһе быуындарға еткерергә кәрәк.

Виталий Сәйетов, Иҫке Тумбағош ауылы мәктәбе уҡытыусыһы, махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Сәйетовтың атаһы

Сарала ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла һәләк булған Артурҙы, шулай уҡ Иҫке Кичкинәш ауылынан Евгений Сәйетовты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ҡунаҡтар хәтер музейы экспозициялары менән танышыуҙан тыш, мәктәп уҡыусылары әҙерләгән илһөйәрлек рухындағы сығыштарҙы ла ҡараны.

Хәтер музейын ойоштороуға күп көс һалынды. Бында улым Евгений тураһында ла хәҙер мәғлүмәт һаҡлана. Бөгөнгө сараға бергә хеҙмәт иткән яугирҙар ҙа килде, хәтирәләре менән уртаҡлашҡандары өсөн уларҡа ҙур рәхмәт.

Любовь Сәйетова, Махсус хәрби операцияла һәләк булған Евгений Сәйетовтың әсәһе