Байрам фажиғәғә әйләнмәһен өсөн. Өфөнөң Янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдҡа сыҡты. Уның барышында туҡланыу учреждениелары тикшерелде, Яңы йыл мәжлестәрен хәүефһеҙ үткәреү ҡағиҙәләре иҫкә төшөрөлдө. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Өфө сауҙа үҙәктәренең береһендә урынлашҡан ресторанда янғын сығыу сәбәпле киносеанстарҙы туҡтатырға, кешеләрҙе эвакуацияларға тура килә. Баҡтиһәң, ашнаҡсының мангалда бешергән сағында, төтөндән янғын сигнализацияһы эшләй башлай. Ресторан хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем янғынды үҙҙәре һүндереп өлгөрә. Зыян күреүселәр юҡ.
Ғәҙәттән тыш осраҡтарҙы иҫкәртеү өсөн ҡотҡарыусылар йәмәғәт туҡланыуы учреждениелары буйлап профилактик рейдҡа сыҡты. Декабрь-корпоративтар мәле. Яңы йыл кисәһен хәүефһеҙ итеп ойошторор өсөн ресторан һәм кафеларға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ.
Профилактик рейд барышында әңгәмә үткәреүҙән тыш, ут һүндергестәр тикшерелде, пиротехник изделиеларға ҡарата ҡағиҙәләр иҫкә төшөрөлдө.
Пиротехник изделиеларға ҡарата хәүефһеҙлек талаптары Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған Янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләре менән билдәләнгән. Уларҙы үтәмәү административ хоҡуҡ боҙоуға тиң. Язаның күләме ҡағиҙә боҙоуҙың эҙемтәләренә бәйле. Атап әйткәндә, кәм тигәндә 5 мең һумлыҡ штраф янай. Бынан тыш, әгәр янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу кешеләрҙең ғүмеренә һәм һаулығына туранан-тура хәүеф тыуҙырһа, эшмәкәрлекте 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыуҙары ла ихтимал.
Әлфинә Килдейәрова