2025 йылдың декабре күҙәтеүҙәр тарихында иң йылы ҡышҡы айҙар иҫәбенә инергә мөмкин

2025 йылдың декабре күҙәтеүҙәр тарихында иң йылы ҡышҡы айҙар иҫәбенә инергә мөмкин. Ғәҙәттән тыш йомшаҡ ҡыштың төп сәбәбе тип Атлантиканан көньяҡ-көнбайыш еле йоғонтоһонда килгән йылы һауаның әүҙем ағымын атайҙар, был, эксперттар әйтеүенсә, глобаль климат үҙгәреүе менән бәйле. Быйылғы ҡыш та быльтырғыһы һымаҡ тарихта йылы булыуы менән иҫтә ҡалырмы.

Көрт урынына йәм -йәшел үлән.. Өфөнөң урмансылар паркында һәм унда ғына түгел, башҡа ерҙәрҙә йәшел сиҙәм май айын хәтерләтә. Урмансылар паркы вольерҙарында айыуҙар ҙа йоҡоға талырға уйламай. Вольерҙа һигеҙ айыу йәшәй. Һәр береһенә көнөнә 30 килограмм тирәһе аҙыҡ китә.

Көндәрҙең йылы тороуы айыуҙарға кире тәьҫир итә, әлбиттә. Беҙ аҙыҡ рационын тулыландырып бирергә тырышабыҙ. Йылы булғас, ҡышҡылыҡҡа йыйғанын улар кире ташлауы ихтимал.

Радик Шакиров, вольер хужалығы хеҙмәткәре

Ҡыш башы йылы булғас, баҡсаларҙа тәмләткес йәшеллек һаман үҫә. Ужым баҫыуҙа 12-25 сантиметрға еткән. Ауыл хужалығы өсөн йылы ҡыш һынау ти аграрийҙар.. Ҡар япмаһы булмағас, ужым баҫыуҙарына зыян килеү ҡурҡынысы бар.

Әбйәлил районында иһә әле һаман малдар көтөүгә сыға. Һарыҡ һәм һыйыр көтөүе айырым, ауыл халҡы сиратлап көтә. 2 декабрҙә мал көтөү ғүмерҙә булмаған хәл. Ямғырлы йәйҙә бесәнде кәрәгенсә еткерә алмағандар өсөн был ыңғай күренеш, ә әҙерләгәне запасҡа ҡала.

Күнекмәләр планы буйынса баитлонсылар саңғыға баҫырға тейеш Ҡар булмағас, спортсылар йәйге режимда роллерҙарҙа йөрөй. Республика биатлонсыларының төп командалары Ханты- Манси округында шөғөлләнә.

2014 йылда 20 декабрҙән һуң ғына ҡар ятты. Ҡар булмаһа ла тренировкалар туҡтамай. 7 декабрҙән һуң туңдырыр тип көтәбеҙ. Яһалма ҡар буласаҡ.

Виктор Никитин, Башҡортостандың биатлон буйынса спорт мәктәбе директоры

Синоптиктар фаразлауынса, киләһе аҙнала ғына һыуытыуы ихтимал. Ҡыш һәм Яңы йыл яҡынлашыуын иҫкә төшөрөүсе берҙән-бер нәмә-майҙандарҙа ҡуйылған шыршылар. Әммә тирә-яҡта ҡар булмағас, улар ҙа әлегә байрамса кәйеф өҫтәмәй.

Рәмилә Исмәғилева