Был хаҡта юлаевсылар етәксеһе Ринат Бәширов белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 18 йәшлек хоккейсының Өфө командаһы менән контракты тағы ла йыл ярым ғәмәлдә буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй һөжүмсе НХЛ драфтында «Монреаль» тарафынан һайланды. Континенталь хоккей лигаһының быйылғы даими чемпионатында Александр Жаровский әлегә 20 мәрәй туплап өлгөргән. Ул команданың иң яҡшы бомбардиры исемлегендә Джек Родуолд менән беренсе урынды бүлешә. ЦСКА менән һуңғы уйында йәш юлаевсы 2 мәрәй йыйҙы, ә Өфө клубы буллитар серияһында 3-2 иҫәбе менән еңеү яуланы.