25-се дөйөм ғәсҡәр армияһында, фиҙаҡәрлек күрһәткән яугирҙарға Башҡортостандың дәүләт наградалары-Шайморатов миҙалдары, армия командующийына Шайморатов ордены тапшырылды. Бүләкләү тантанаһынан хәрби хәбәрсебеҙ әҙерләгән яҙма.
«Бурый» - Ейәнсура районынан. Махсус хәрби операцияла ул тәүге көндәрҙән алып ҡатнаша. Хәҙер уның күкрәген Башҡортостан республикаһының дәүләт наградаһы-Шайморатов миҙалы биҙәй.
Бүләкләнеселәр араһында «Туҡай» ҡушаматлы яугир ҙа бар.
«Павел» ҡушаматлы яугир Бөрө районынан. Махсус хәрби операция биләмәһендә юғары наградаға лайыҡ булыу айырыуса тулҡынландырғыс ти яугир.
«Базальт»-112-се башҡорт атлы дивизияһы яугирының ейәне. Олатайҙар эҙенән үтеп, фашистарҙы дөмөктөрәбеҙ. Еңеү һис шикһеҙ беҙҙә буласаҡ тигән фекерҙә яугир.
Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса яҡшташ хәбриҙәрҙе бүләкләү тантанаһын Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов үткәрҙе.
Башҡортостандың дәүләт наградаларынан тыш тантана барышында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының ведомтство миҙалдары һәм Донецк Халыҡ Республикаһының дәүләт наградадары тапшырылды.
Рафиҡ Әхмәтшин