Шаран районында яугирҙар өсөн «Быҡтырылған ит» акцияһы үтте

Ауыл халҡынан яугирҙарға ярҙам. Шаран районында урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыусылар «Махсус хәрби операция яугирҙарына быҡтырылған ит» акцияһы ойошторҙо. Изге сарала райондың бер нисә ауыл вәкилдәре ҡатнашты. Улар бер нисә йөҙ банка консерва, шифалы сәй, йыуыныу әйберҙәре, шулай уҡ маскировка селтәрҙәре әҙерләне. Ауыл мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операция яугирҙарына кәрәк-яраҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Сара һуңында ҡатын-ҡыҙҙар советы акцияла ҡатнашыусыларға сәй табыны ойошторҙо.