Иглин районында тәүге тапҡыр 12 метрлыҡ яһалма шыршы ҡуйылды

Башҡортостандың барлыҡ төбәктәрендә лә Яңы йыл байрамына әҙерлек бара. Иглин район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға ла тәүге тапҡыр 12 метрлыҡ яһалма шыршы ҡуйылды. Ул урман һылыуҡайынан бер ҙә ҡалышмай. Сағыу уттар һәм төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән йәшел ҡупшыҡай бөгөндән үк байрам кәйефе өлөшә. Яңы йыл шыршылары райондың бөтә 19 ауыл биләмәһендә лә биҙәләсәк. Байрам саралары балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм мәҙәниәт йорттарында үтәсәк. Яңы йыл төнөндә өлкәндәр өсөн театрлаштырылған тамашалар ойошторола.