Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ташкентта Үзбәкстан менән Рәсәй араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссияның 26-сы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров менән Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев үткәрҙе.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше биш проценттан ашыуға артып, 10 миллиард долларҙан ашып киткән. Быйыл 9 айҙа үҙ-ара сауҙа күләме тағы ла һигеҙ процентҡа үҫкән. Экспорт һәм импорт та ыңай динамика күрһәтә. Үзбәкстанда Рәсәй ҡатнашлығындағы 3 меңдән ашыу предприятие эшләй. Ултырыш йомғаҡтары буйынса Жамшид Ходжаев менән Радий Хәбиров Денис Мантуров ҡатнашлығында Үзбәкстан һәм Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙы.
Документ сәнәғәт кооперацияһы һәм инвестиция сәйәсәте, агросәнәғәт комплексы, сауҙа, туризм, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә һәм башҡа йүнәлештәр буйынса үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. Билдәләргә кәрәк, Үзбәкстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 4,2 процент өлөш менән етенсе урынды биләй. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса ул 16,7 процентҡа үҫеш менән 198 миллион доллар самаһы тәшкил иткән. Башҡортостан башлығы шулай уҡ Рәсәй-Үзбәкстан бизнес-форумының пленар сессияһында булды. Рәсәй яғынан форумда сәнәғәт һәм энергетика тармаҡтарынан алып логистикаға һәм һанлы технологияларға тиклем, шул иҫәптән Башҡортостандан 50-нән ашыу эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкиле ҡатнашты.