«Торатау» конгресс-холында уҙған сараның беренсе көнө хеҙмәт етештереүсәнлеге, шулай уҡ социаль һәм йәштәр эшҡыуарлығы мәсьәләләренә арналды. Йыл һайын форумда Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән эшҡыуарҙар ҡатнаша. Был юлы сарала Төркиә, Үзбәкстан, Белоруссия, Һиндостан һәм башҡа дәүләттәр вәкилдәре бар.
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы Башҡортостанда быйыл 18 -се тапҡыр уҙғарыла. «Торатау» Конгресс-холы өс көнгә төрлө ҡитғаларҙан йыйылған эшҡыуарҙарҙы һәм эксперттарҙы берләштергән эшлекле майҙансыҡҡа әйләнде. Өс көн дауам иткән төп иҡтисади форумда быйыл 50 миллиард һум менән баһаланған инвестиция килешеүҙәре төҙөү көтөлә.
Форумда «Йәштәр эшҡыуарлығы» буйынса сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр эшләй. «Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе»н асыуға старт бирелде. Социаль бизнес буйынса айырым кәңәшмә уҙҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар лидерлығы һәм социаль өлкәлә хеҙмәт етештереүсәнлеге, яһалма интеллект, маркетплейстар буйынса фекер алышыуҙар уҙа.
Ҡунаҡтар Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар менән танышты. «Бишбармаҡ» оҫтаханаһы талҡан әҙерләү серҙәре менән бүлеште. Индустар иһә был милли ризыҡты үҙҙәренең ашына оҡшатты.
Иҡтисади форумда өсөнсө тапҡыр Хакатон уйыны ойошторолдо. Эшҡыуарҙар командаларға бүленеп иҡтисади мәсьәләлрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Көнө буйы барған бизнес уйында еңеүселәр ҙә билдәләнде.
Туризм, яһалма интеллект менән эшләү өлкәләрендә килешеүҙәр төҙөлдө. Республика эшҡыуарҙары араһында алдынғылар тәбрикләнде.
Аҙналыҡта эшҡыуарлыҡты һаҡлау буйынса сессия ҡаралған. «Йыл юрисы», «Торлаҡ төҙөлөшө лидерҙары» премияһы лауреаттары билдәләнәсәк. Һуңғы көндә халыҡ-ара Төркиә, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Тажикстан һәм Үзбәкстан илдәре делегациялары ҡатнашлығында тематик тректар көтөлә.
Экспорт, электрон сауҙа логистикаһы, халыҡ-ара баҙар, төбәк-ара партнерлыҡты үҫтереү юлдары ҡарала.
Рәмилә Исмәғилева