Саҡмағошта ауыл техникаһын яңы миҙгелгә әҙерләү буйынса республика семинары үтте

Санаңды йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә. Саҡмағош районында ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау һәм уны киләһе сәсеү миҙгеленә әҙерләү мәсьәләләренә арналған республика семинар-кәңәшмәһе үтте. Тәжрибә уртаҡлашыу, баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙәге алдынғы ысулдар хаҡындағы форум хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн иркенләп ял итеү форсаты юҡ тиергә лә була. Урып-йыйыу эштәрен тамамлау менән аграриҙарға техниканы яңы миҙгелгә әҙерләү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә.Саҡмағош мәҙәниәт йортонда уғарылған кәңәшмәнең пленар өлөшөндә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Проблемалар етерлек булһа ла, уларҙы еңеп сығырға төбәк аграрийҙарның тәжрибәһе һәм тырышлығы ярҙам итте, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Һәм ауыл хужалығы министры Илшат фәзрахманов. Баҫыуҙарҙа ҡоротҡостарға һәм сүп үләндәренә ҡаршы агродрондар ҡулланыуҙың иҡтисади һәм технологик яҡтан отошло булыуы тикшерелде.

Республиканың аграр секторында инженер инфрастурктураһын үҫтереүгә лә етди иғтибар бүленә. Инженер инфраструктураһы үҫеше менән семинарҙа ҡатнашыусылар форумдың ғәмәли өлөшөндә Үҙәк МТС-Саҡмағош филиалы производство базаһында таныша алды. Комбайндарҙы һәм агрегаттарҙы ҡышҡы һаҡлауға әҙерләүҙән тыш, бында уларға техник хеҙмәтләндереү ҙә үткәрелә.

Уңыш йыйыу ғына түгел, уны һаҡлау ҙа мөһим. Бында ла Башҡортостанда етештерелгән импортты алмаштырыусы продукция ярҙам итә. Мәҫәлән, Өфөлә йыйылған был киптереү ҡоролмаһы Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәгендә үҙ һатып алыусыларын тапҡан. Уның етештереүсәнлеге сәғәтенә 100 тонна тәшкил итә. Майлы культура етенде дәүләт стандарттарына ярашлы таҙартырға мөмкин.

Башҡортостан илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе аграр төбәк тип һанала. Яңы ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу өсөн республика һәм федераль ярҙам саралары эшләй.

Әйткәндәй, ауыл хужалығы техникаһына запас частар етештереү ҙә яйға һалынған. Импорт аналогтарының меңәрләгән берәмеген алмаштырыу мөмкинлеге бар.

Техника һатыусы преприятиеларҙың 90 проценты капиталь ремонт һәм гарантиялы техник хеҙмәтләндереүҙе башҡара. Бөгөн компаниялар 250-270 төр ауыл хужалығы техникаһын етештерә һәм запас частарҙың яҡынса 3 мең ярым төрө беҙҙең биләмәлә етештерелә. Бөгөн техниканың бөтә төрҙәрен, шул иҫәптән импортты ла ремонтлау мөмкинлеге бар.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры

Йыл башынан алып Башҡортостан аграрийҙары 11 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Әммә был эште артабан да дауам итергә кәрәк булған райондар ҙа етерлек. Юғары технологиялы комбайндар һәм агрегаттар бер нисә миҙгел эсендә үҙ иҫәбенә һалынған сығымдарҙы ҡайтара.

Ауыл хужалығындағы уңыш нигеҙе техниканың көйлө эшләүенән тора. Ерҙе эшкәртеү техникаһы 1 февралгә, ә машиналар һәм сәсеү агрегаттары 1апрелгә әҙер булырға тейш.

Гүзәл Борханова