Өфөнөң Калинин районында кер йыуыу пункты асылды

Унда башлыса инвалидтар эшләй. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн эш урыны булдырыу һәм ҡоролмалар һатып алыуҙа дәүләт ярҙамлаша. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Илдар менән Илгиз-менталь тайпылыштары булған игеҙәктәр. Бала саҡтан улар «Умарта» йәмәғәт үҙәгендә социаль яраҡлашыу үтә, ижад һәм физкультура менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә ағалы-ҡустылы Ғәлиевтар үҙәк нигеҙендә асылған кер йыуыу бүлмәһендә эш башлаған. Улар өсөн был-тәүге хеҙмәт урыны.

Улар «Умартаға» балалар баҡсаһына йөрөгән һымаҡ түгел, ә эшкә килгән кеүек килә башлай. Ни өсөн? Сөнки беҙ 100 процент мәшғүллек тураһында һүҙ йөрөтә алмайбыҙ. Бында улар күҙәтеү аҫтында эшләй.

Татьяна Хлёсткина, кер йыуыу пункты директоры

Эшкә урынлашыу-финанс түләү алыу ысулы ғына түгел. Ул инвалидтарға иртәге көнгә ышаныс, кешеләргә файҙа килтерә алыу тойғоһо бирә. Яңы тәжрибә, танышыуҙар урыны ла. Кер йыуыу бүлмәһе «Кадрҙар» милли проекты ярҙамында асыла. Ярым профессиональ кер йыуыу, киптереү машиналары һәм ноутбук һатып алына, бүлмә ремонтлана, елләтеү торбалары ҡуйыла. Килешеүгә ярашлы, эш биреүсегә сығымдарҙың бер өлөшө, йәғни 300 мең һумы кире ҡайтарыла.

Беҙ квартал һайын килеп инвалидтарҙың эш урынын, ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн тикшерәбеҙ. Бынан тыш, кер йыуыу бүлмәһендә стажировка үтергә лә була. Был осраҡта мәшғүллек үҙәге эш хаҡын һәм страховка түләүҙәрен ҡаплай. Әйткәндәй, йәйгеһен бында 10 инвалид стажировка үтте.

Эльвира Кузнецова, Республика мәшғүллек үҙәгенең Өфөнөң Калинин районы буйынса филиалы директоры

Бында йылы йөн куртка, плед, автомобиль чехолдарынан алып көндәлек кейемдәрҙе лә йыуырға һәм киптереп алырға мөмкин. Инвалидтарға льгота һәм ташламалар ҙа ҡаралған.

Әлфинә Килдейәрова