Әбйәлилдә яугир исеме мәңгеләштерелде

Махсус хәрби операция яугиры Ринат Солтановҡа мемориаль таҡтаташ һәм Герой партаһы асылды. Ул  1-се Асҡар урта мәктәбе диуарына беркетелде. Яугир 2024 йылдың ноябрендә алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк була. Ринат Солтановтың фронттағы ҡыйыулығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы һәм “Ҡаһарманлыҡ өсөн” ордены менән билдәләнә.