Башҡортостан юристары Рәсәйҙә иң яҡшылары тип танылды

Был турала социаль селтәрҙә Республика Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров хәбәр итә. “Рәсәй юристар ассоциацияһының 20 йыллығы уңайынан Мәскәүгә килдем. Башҡортостан бүлексәһе- иң әүҙемдәрҙән һанала. Йыл йомғаҡтары буйынса илдә иң яҡшыһы тип билдәләнеләр.  Беҙҙә сифатлы состав - практиктар ҙа, ғалимдар ҙа, йәш белгестәр ҙә бар 2007 йылдан республикала 70 меңдән ашыу кеше бушлай юридик ярҙам алған”-, тип яҙған Андрей Назаров.