Башҡортостан Үзбәкстан менән музей эше буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтерә

 Радий Хәбиров Ташкентҡа эш сәфәре барышында яңы төҙөлгән Ислам цивизизацияһы үҙәгендә булды. Республика башлығы Евразия халыҡтарының тарихи мираҫы берҙәм булыуын билдәләне. “Әлегә рәсми асылмаһа ла, миңә унда булыу бәхете тейҙе. Үҙәк мине  хайран итте.  Ташкентта туристарҙы йәлеп итерлек тағы бер урын асылыуға сикһеҙ шатмын. Комплекс эшләй башлағас та, әүҙем хеҙмәттәшлекте башлайбыҙ. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында үҙәк һәм  республика музейҙары  менән килешеү төҙөргә планлаштырабыҙ,”-тине Радий Хәбиров.