Быйыл Башҡортостан урмансылары 49 миллионға яҡын үҫенте үҫтергән

Күләмле эштәр  “Урмандарҙы һаҡлау” проекты буйынса тормошҡа ашырылған.  Ҡиммәтле ылыҫлылар – ҡарағай һәм шыршыға өҫтөнлөк бирелгән. Был ағастарҙы һайлау осраҡлы түгел: улар климат өсөн оптималь  үҫеш тиҙлегенә эйә һәм баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана, урман хужалығының иҡтисади һөҙөмтәлелеген дә, ҡиммәтле урман биләмәләрен тергеҙеүҙе лә тәьмин итә, тип белдерәләр  Урман хужалығы министрлығынан. Үҫентеләр урманды тергеҙеү һәм тәбиғәтте һаҡлау акцияларын үткәреү буйынса саралар комплексы өсөн файҙаланыла.