Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә алыуға квоталар билдәләнә

Республика парламентында ошо турала проект әҙерләнгән. Ул профилле комитет ултырышында хупланды. Документ  махсус хәрби операциянан әйләнеп ҡайтҡан яугирҙарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, квота хеҙмәткәрҙәр һаны 100 кешенән артҡан предприятиелар өсөн ҡарала. Уның күләме хеҙмәткәрҙәр һанының 1 процентынан билдәләнә. Башҡортостанда бындай система индерелгәндән һуң 1 мең 100 ойошмала ветерандар өсөн 5 меңдән ашыу хеҙмәт урыны булдырыу мөмкинлеге бар. Закон  проекты ошо айҙа пленар ултырышҡа сығарыла.