Документҡа Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Шарттары шундай: ғаиләлә кәмендә өс бала булырға тейеш, ярҙам өлкән балаға 18 йәш, йәки, көндөҙгө бүлектә уҡыһалар, 23 йәш тулғансы күрһәтелә. Ишле ғаиләләр бындай ярҙам менән торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн, эш биреүсе менән бәхәстәрҙә, пенсия һәм пособие мәсьәләләрен хәл иткәндә һәм башҡа проблемалар килеп тыуған осраҡта файҙалана ала.