Башҡортостан менән Үзбәкстан музей эше һәм археология өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек нығыта

Ташкентта Радий Хәбиров яңы төҙөлгән ислам цивилизацияһы үҙәген барып күрҙе. Был локация бөтә донъя тарихсыларын йәлеп итеүсе урын буласаҡ. Белгестәр араһындағы хеҙмәттәшлек Башҡортостанда Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейын төҙөүҙә лә ҙур ярҙам, тип баһаланы республика етәксеһе.

Радий Хәбиров ярты йыл элек Үзбәкстанға эш сәфәре барышында төҙөлөш барған музейҙы тыштан ғына күргәйне. Үҙәк әле рәсми асылмаған, ләкин Башҡортостан вәкилдәренә әле ул эске яҡтан да күрһәтелде. Бина Үзбәк архитектураһы менән заман технологияларын ҡулланып эшләнгән. Бер ҡыйыҡ аҫтында музей һәм фәнни эҙләнеү комплексы урынлашҡан. Һирәк йылъяҙмалар, китаптар тупланмаһы, реставрациялау оҫтаханаһы, һанлы форматҡа күсереү лабораторияһы ла бар. Үҙәккә Изге Ҡөръән- Усмандың нөсхәһе урынлаштырылған.