Башҡортостан Үзбәкстан төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итә

Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев менән осрашты. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Ташкент - ҡеүәтле төбәк. Бында сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтар үҫешкән. - Әле "Бекабад" тигән берҙәм технопарк булдырыу буйынса эш алып барабыҙ. Был сәнәғәт кооперацияһын үҫтереүҙә тағы бер аҙым. Шулай уҡ Фирғәнә өлкәһе етәкселеге менән күмәртәләп һатыу үҙәге төҙөү тураһында килешелде. Башҡортостан йәшелсә менән тәьмин ителә. Үзбәкстандың күп төбәктәре менән яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырылды. Артабанғы эш йүнәлештәре аныҡ билдәләнде, - тине Радий  Хәбиров. Өфө фән һәм технологиялар университеты Хоҡуҡ институтының Халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире Ришат Ниғмәтуллин әйтеүенсә, Башҡортостан һәм  Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт