Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә Дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы үтте

Хоҡуҡтар өҫтөнлөгө. Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә Дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, юристар ассоциацияһының 20 йыллыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә закондар сығарыу һәм хоҡуҡтарҙы ҡулланыу практикаһына индергән өлөшөн юғары баһаланы. Бөгөн ойошманың төбәк бүлексәһендә етди гражданлыҡ позицияһы булған 1300-ән ашыу белгес эшләй. Тап улар көсө менән республика халҡына бушлай юридик ярҙам да күрһәтелә.

Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенең эшмәкәрлеге йыл һайын федераль рейтингта алдынғы урындар менән билдәләнә. Халыҡ менән алып барылған эш, юридик консультацияларҙан тыш, ғилми конференция, форумдар ойоштороу, закон сығарыуҙа ҡатнашыу ҙа юғары статус алыуға булышлыҡ итә. Ойошма белгестәре хоҡуҡи мәҙәниәт булдырыуға тос өлөш индерә.