Яңы йылды фажиғәһеҙ һәм бәлә-ҡазаһыҙ. Бигерәк тә балалар айырым иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрамды хәүеф-хәтәрһеҙ ҡаршылау өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләргә ҡушты. Пиротехника сраларын ҡулланғанда айырыуса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү мәжбүри. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡотолорға ярҙам иткән төп һаҡлыҡ саралары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Яңы, 2026 йыл яҡынлаша. Илдең төп байрамдарының береһе алдынан Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн сағыу һәм тылсымлы мөхит булдырыла. Быйыл да республика ҡала- райондарында 670 ҡышҡы ҡаласыҡ ҡороу, 1900 -гә яҡын шыршы һәм 2 меңдән ашыу арт-объект ҡуйыу күҙаллана.
«Һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл табыр, ваҡытын файҙалы үткәрер, тип ышанам. Ә беҙҙең бурыс байрамдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү»,-тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Алексей Шишков пиротехника менән 15 йылдан ашыу сауҙа итә. Салюттар һәм шартлатҡыс техника сағыу ҡумталарҙа һәм төргәктәрҙә һатыла. Уларҙың һәр береһенә сертифакаттар һәм ҡулланыу инструкциялары бар. Пиротехника менән сауҙа итеүҙе ғаилә бизнесы булараҡ һайлаған эшҡыуарҙарға һатып алыусыларҙың хәүефһеҙлеге мөһим.
Петардалар, фейерверктар, салюттар ҡулланыусыларҙан айырым иғтибар һәм тәртип талап итә. Пиротехника хаталарҙы һәм урынһыҙ шаярыуҙы ғәфү итмәй, ти тәжрибәле һатыусы Алексей Шишков.
Балалар табиптары ла пиотехника һатыуға йәш сикләүҙәре ҡануни яҡтан нығытылғандан һуң йәрәхәтләнеүселәр ныҡ кәмене тип билдәләй.
Рәсәйҙә пиротехниканы ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға 5 000 һумдан 15 000 һумға тиклем штраф ҡаралған. Ҡайһы бер төбәктәрҙә өҫтәмә сикләүҙәр һәм арттырылған штрафтар ғәмәлдә. Ҡағиҙәләрҙе үтәү байрамды хәүефһеҙ һәм иҫтә ҡалырлыҡ итергә ярҙам итәсәк.
Хәҙерге тормошта байрамдарҙы салюттарһыҙ, петардаларһыҙ күҙ алдына ла килтереү ауыр. Айырыуса Яңы йыл ҡаршылағанда халыҡ пиротехниканы күпләп ҡуллана. Байрам саралары һәм яңы башланып торған йыл боҙолмаһын өсөн бындай техниканы ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләпен мотлаҡ үтәргә кәрәк.
Гүзәл Борханова