Ҡазанда «Һөнәр» фестивале: «Аҡбуҙат» тамашасылар күңелен яуланы

XVII Бөтә Рәсәй «Һөнәр» йәш режиссура фестивалендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сығыш яһаны. Ижади коллектив башҡорт халыҡ эпосы буйынса әҙерләнгән «Аҡбуҙат» спектаклен тәҡдим итте. Күләмле мәҙәни сара быйыл илдең 10 ҡала театрҙары ҡатнашлығында үтә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Һәр драма артисы өсөн сәхнә гримында сығыу ғәҙәти күренеш. Әммә, «Аҡбуҙат» спектаклендәгеһе еңел булмауы менән айырыла. Өҫтәүенә, Өфөнән ситтә, фестивалдә ҡатнашыу яуаплылыҡты тағы ла арттыра.

«Аҡбуҙат» спектакле бөйөк «Урал батыр» эпосының әҙәби-эпик дауамы булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең көндәргә тиклем ул тик өлөшләтә генә һаҡланып ҡалған. Шуға ла ижади командаға башҡаса күҙлектән, заманса алымдар менән эш итергә тура килгән. Фэнтези жанрында сәхнәләштерелгән спектакль фестиваль ҡатнашыусыларына тәжрибә алыу, үҙ театрҙарында һынап ҡарау йәһәтенән мөһим ине.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Аҡбуҙат» спектакленең премьераһы быйыл июндә үткәйне. Һәм бөгөн ул тәүгә күләмле сарала сығыш яһаны. XVII Бөтә Рәсәй «Һөнәр» йәш режиссура фестивале аҙна аҙағына тиклем дауам итә. Әйткәндәй, тәүге йылдарҙа мәҙәни форум режиссерҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһен үтәһә, һуңғы ваҡытта режиссер булараҡ өлгөргән профессионалдарҙың эштәре тәҡдим ителә.

Азат Ғәлиуллин