Салауатта «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы осрашыуы үтте

Ауыр юғалтыу кисереүселәр тураһында хәстәрлек. Салауатта «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы осрашыуы үтте. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындары өсөн эшләп килгән ойошма «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте» менән берлектә булдырылған. Бындай осрашыуҙар яҡындарын юғалтыусыларға ярҙам һәм көс бирә, яраланып ҡайтҡан яугирҙарға киләсәккә өмөт уята. Ғаилә ҡунаҡханаһына йыйылыусылар заман геройҙарын тәрбиәләп кенә ҡалмаған, үҙҙәре лә фронтҡа ярҙам итеүен дауам итә. Уларға Рәбиға Ҡушаева исемендәге йәмәғәт миҙалдары тапшырылды. Шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр рәхмәт хаттары алды. Ҡунаҡтар шулай уҡ ҡаланың Успенский соборында һәм «Әннәби» йәмиғ мәсетендә булды.