Башҡортостанда вертолеттың ҡолау сәбәбе булып техник етешһеҙлек һәм пилотаж хатаһы кеүек версиялар ҡарала. Был хаҡта Рәсәй тәфтиш комитетының үҙәк төбәк-ара транспорт тәфтиш идаралығы хәбәр итә. Тикшереүгә Волга буйы транспорт прокуратураһы белгестәре лә ҡушылған. Улар осоштар хәүефһеҙлеге тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерә, нигеҙ булғанда тейешле сара ҡабул ителәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һауа судноһы кисә Өфөнөң Атаевка ауылы эргәһендә урынлашҡан шәхси вертолет майҙансығында ҡазаға тарый. Йәрәхәтләнгән пилотҡа медицина ярҙамы талап ителгән.