Республикала күренекле дипломат Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы хәтер саралары үтә

Өфө фән һәм технологиялар универсиетында асылған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар шәхестең тормош юлын һәм дәүләт эшмәкәрлеген иҫкә алды. Совет дипломаты, ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы илсе Кәрим Хәкимов Сәғүд дәүләтенең барлыҡҡа килеүендә ҡатнаша һәм ил менән идара иткән хакимдың яҡын дуҫына әйләнә, ярымутрау халҡының ышанысын яулап дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте нығыта.

Совет илсеһе, дипломат Кәрим Хәкимовты тыуған төйәге-Бишбүләк районы Дүсән ауылында ла оло хөрмәт менән иҫкә алдылар. Яҡташтары уның тормошо менән бәйле документтарҙы, фотоһүрәттәрҙе урындағы музейҙа һаҡлай. Йыл һайын дипломат иҫтәләгенә бағышланған тарихи, фәнни, мәҙәни саралар уҙғара. Мәғлүм булыуынса, буласаҡ Совет илсеһенең бала сағы ауыр шарттарҙа үткән. Ғаиләлә тыуған 15 баланың алтыһы ғына иҫән ҡалған.