Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы көрәш йомғаҡтары иғлан ителде

Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө сиктәрендә ойошторолған сара барышында йыл йомғаҡтары барланды, коррупция, башҡа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса яуаплы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Башҡортостандың дәүләт власы органдарында һәм урындағы үҙидара органдарында асыҡланған коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙған осраҡтарҙы тикшерелде, тейешле тәҡдимдәр индерелде. Былтыр төрлө дисциплинар, административ төрҙәргә муниципаль хеҙмәт вазифаларын һәм муниципаль вазифаларҙы биләүсе 412 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған. Уларҙың 6-һы ышаныс юғалтыу сәбәпле эштән бушатылған. Быйыл да коррупцияға ҡаршы көрәш һөҙөмтәле алып барылған.

Быйыл төрлө төрҙәге һәм дисциплинар-административ яуаплылыҡҡа 30 дәүләт хеҙмәткәре йәлеп ителде, уларҙың береһе ышанысты юғалтыу сәбәпле, эштән бушатылды. Бынан тыш 241 муниципаль хеҙмәткәрҙең һәм муниципаль вазифа биләүсенең 9-ы эштән ситләтелде. Беҙҙең идаралыҡтың төп бурысы-дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәрҙәренә хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау маҡсатында коррупцияға ҡаршы стандарттарҙы һәм тәртипте аңлатыу.

Виктор Бутыркин, Башҡортостан башлығының коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы етәксеһе