Өс көн дауам иткән форумда Рәсәй төбәктәре менән Ҡытайҙан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Беларусь республикаһы, Иран, Төркиә, Тажикстандан 700-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.
Күләмле сарала торакаль хирургияның көнүҙәк мәсьәләләре ҡарала. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында илгә билдәле хирургтар оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Операциялар бөтә Рәсәйгә трансляциялана. Краснодарҙағы Станислав Очаповский исемендәге 1-се край клиник дауаханаһы- ғилми тикшеренеү институты баш табибы тимоманы алып ташлау буйынса операция яһаны.
Клиниканың һәр операция бүлмәһендә конгресс ҡунаҡтары күкрәк ҡыуышлығына операция яһау тәжрибәһе менән бүлешә. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш торакаль хирургы, профессор Петр Яблонский робот ҡатанашлығында операция күрһәтте.
Ил төбәктәренән килгән студенттар кампуста сусҡаларға операция яһап теоретик белемдәрен ғәмәлдә нығыта. Шулай уҡ Ҡытайҙың Харбин медицина университеты дауаханаһы табибы үпкә яман шеше, күкрәк ҡыуышлығы ауырыуҙарын дауалау темалары буйынса лекция уҡый. Вуз Ҡытайҙағы өс университет менән хеҙмәттәшлек итә, уртаҡ фәнни-тикшеренеү эштәре алып барыла, студенттар өсөн стажировка программалары бар.
Рәмилә Исмәғилева