Республика клиник онкология диспансерында эсәк яман шеше диагнозы ҡуйылған пациентҡа операция яһанылар. Был сир онкологияла иң йыш осрай торған ауырыуҙарҙың береһе. Республикала йәшәүсе 13 меңгә яҡын кеше иҫәптә тора. Әмәлиәт барышын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.
Диспансер тикшереү үтмәгән булһа, сир асыҡланмаҫ та ине. 48 йәшлек пациентты бер нәмә лә борсомай. Профилактик тикшеренеү ваҡытында операция өҫтәлендә ятҡан ҡатын йәшерен ҡанға анализ тапшырырға ебәрклә. Һөҙөмтә насар булып сыға, өҫтәмә тикшеренеү-эсәктә яман шеш булыуын раҫлай.
Иң мөһиме, шеш иртә стадияла асыҡлана. Янбаш һөйәгенең ҡабырға өлкәһендәге лимфа төйөндәрен алып ташлау буйынса операцияны Мәскәү хирургы оҫталыҡ дәресе сиктәрендә башҡарҙы. Операцияны тура бәйләнештә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Ҡытайҙан да күҙәттеләр.
Медицинала тәжрибә уртаҡлашыу үтә лә мөһим, ти табиптар. Ул фәнни яҡтан да, практик күнекмәләр күрһәтеү йәһәтенән дә кәрәк. Башҡортостан белгестәренең тәжрибәһе Рәсәй кимәлендә күптән танылған, ә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы иң ҡатмарлы операцияларҙы ла уңышлы үткәрергә мөмкинлек бирә.
Республикала күрелгән саралар арҡаһында онкология сирҙәренән үлем кимәле кәмей. Иң мөһиме, табиптар төрлө тикшеренеүҙәрҙе ваҡытында үтергә кәңәш итә. Ауырыуҙары иртә стадияла асыҡланған пациенттар артабан тулы ҡеүәттә йәшәүен дауам итә ала.
Әлфинә Килдейәрова